Размер:
  • A
  • A
  • A
Цвет:
  • C
  • C
  • C
Изображения
  • Вкл.
  • Выкл.
НЕКОММЕРЧЕСКАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ ФОНД
«РЕГИОНАЛЬНЫЙ ОПЕРАТОР КАПИТАЛЬНОГО РЕМОНТА
ОБЩЕГО ИМУЩЕСТВА В МНОГОКВАРТИРНЫХ ДОМАХ,
РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
«Горячая линия» Фонда
с 9:00 до 20:00
8-800-775-69-77

Полезные ссылки

Стәрлетамаҡ ҡалаһында алты тиҫтәнән ашыу торлаҡ яңыртылған

21 декабря 2022

Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы 774 йорт төҙөкләндерелгән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында алты тиҫтәнән ашыу торлаҡ яңыртылған. Дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, фатир хужаларынан йыйылған аҡсаға йорттар тышҡы яҡтан йылытыла, ҡыйыҡтары алмаштырыла, подъезд һәм лифтар ремонтлана. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Стәрлетамаҡтағы Суханов урамы 14-се йорт ихаталағы башҡа күп фатирлы биналарҙан сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Капиталь ремонт барышында 1988 йылда сафҡа ингән йорт яңы һулыш ала. Тышҡы яҡтан пенополистирол һәм минераль мамыҡ менән йылытылып ике ҡат штукатурка менән ҡапланғандан һуң, фатирҙарҙа, ниһайәт - йылы.

Ошо уҡ ихаталағы икенсе йорт та күҙгә күренп үҙгәргән, йәшәү шарттары уңайлаштырылған. Өс подъезда ла баҫҡыс яндауҙары, почта йәшниктәре алмаштырылған, заманса яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Капиталь ремонт барышында подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре кабелдәрҙе лә тәртипкә килтергән.

Быйыл Капиталь ремонт фонды тарафынан Стәрлетамаҡта 61 йорт төҙөкләндерелгән. 38-ндә ҡыйыҡ түшәмдәре алмаштырылған. Хәүфһеҙлек өсөн конструкция периметр буйлап нығытылып сыға. Республикала 774 күп фатирлы йорттоң барыһында ла ремонт эштәре ваҡытында тамамланған.

2019 йылда эшләй башлаған программа буйынса подъездарҙы комплекслы ремонтлау тулыһынса бюджет аҡсаһына башҡарыла. Дөйөм сумманың 90 проценты республика, ҡалған 10 проценты муниципалитет ҡаҙнаһынан бүленә. Башҡортостандың капиталь ремонт фондынан белдереүҙәренсә, киләһе йылға финанслауҙы арттырыу күҙаллана.


Возврат к списку